Уҡытыусы – мәҙәниәтебеҙҙең усағы,ул социаль әхлаҡи нормаларҙы теорияла һәм практикала өйрәтә һәм ҡуллана, унан
“тормош башлана”. Уҡытыусы – әсәй ҙә, атай ҙа, дуҫ та,
ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, тиңдәшсе лә.Уҡыусы уҡытыусының ҡылығына ла ,
һөйләшеүенә лә, кейеменә ҡарап та өлгө ала.Шуға күрәуҡытыусының тышҡы ҡиәфәте лә, телмәре лә уҡыусылар өсөн үрнәк булырға тейеш. Оло йөрәкле уҡытыусының уңыш сере балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында.Добавлено (31.01.2020, 15:34)
---------------------------------------------
Заман уҡытыусыһы педагогиканы, психологияны яҡшыүҙләштереп, уның алымдарын кәрәк саҡта дөрөҫ ҡуллана белеп, үҙ фәненә оло һөйөү
уятырлыҡ дәрестәр бирерлек ныҡлы белемле булырға тейеш. Заман талаптарынан
ҡалышмай, яңылыҡтарҙы үҙләштереп барырға, компьютер, интернетты оҫта файҙалана
белергә, яңы алымдарҙы үҙләштерергә, уйланырға, эҙләнергә, алдынғы
уҡытыусыларҙың тәжрибәһен өйрәнергә, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә торорға,
уҡыусыларҙың мөмкинлектәренә ҡарап дәрес алымдарын дөрөҫ ҡуллана белергә һәм
балаларҙың хеҙмәтен ғәҙел баһаларға тейеш.
Добавлено (31.01.2020, 15:38)
---------------------------------------------
хәҙерге заман уҡытыусыһына хас һыҙаттар йыйылмаһыПрофессионал( үҙ эшенең оҫтаһы);Креатив, ижади уйлы,Кешеләр менән аралаша белеүсе,Яңы технологиялар менән ҡыҙыҡһыныусы, хәбәрҙарбулыусы,Юмор тойғоло, оптимистик рухлы,Проблемалар ҡуйыусы һәм уларҙы хәл итә белеүсе,Үҙ- үҙен үҫтергән һәм үҙ-үҙен камиллаштырыусы,Үҙ- үҙе менән идара иткән.Яуаплы , социаль йүнәлештә яуап тотоусы.Рефлексив ҡарашлы,Әҙәпле,итәғәтле,Юғары интеллектлы, Ғәҙел, объектив ҡарашлы,