Суббота, 04.05.2024, 19:33
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Исламова Зүлиә Хәмзә ҡыҙының сайты

Сайт учителя башкирского языка и литературы
Исламовой Зулии Хамзовны
Төп бит | Регистрация | Вход һеҙҙе сәләмләй Гость | RSS
Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Эссе “Мин - уҡытыусы”

Уҡытыусы! Һинең исемеңдән дә,
Гүзәлерәк исем бармы икән?!
Йөрәк түрҙәрендә йөрөткән хистәрем,
Диңгеҙ ташҡынан да ярһыуыраҡ икән!

 

     Мин - уҡытыусы. Ғорурланып та, ҙур яуаплылыҡ менән дә әйтәм мин был һүҙҙәрҙе. Белем өләшеүсе, йәшәйеште алға этеүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, кес кенә сабыйҙарҙан шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, оло тормошҡа юл күрһәтеүсе. Ә иң мөһиме, үҙ туған телемде, башҡорт теле бар нескәлектәре, гүзәллеге, бөйөклөгө менән, үҙем шул телдә аралашып, кинәнес алып, бала күңеленә һеңдереүсе бер уҡытыусымын.
    Уҡытыусы! Ошо һүҙҙе ишеткәс тә, әсәйем иҫкә төшә. Әсәй – донъялағы иң изге, иң матур, иң аҡыллы, иң ҡәҙерле кеше икәнен беләм. Әсәй кеше һиңә – бигерәк тә ҡыҙ кешегә үрнәк булып тора. Бәләкәй саҡтан уға оҡшарға тырыштым: бейенем, ашарға тәмле бешерергә өйрәндем, һәр әйткән һүҙенә ҡолаҡ һалдым, тыңланым, хатта  ул булып кейемдәрен дә кейеп йөрөнөм.   Телемә һөйөү уятҡан, күңелемә иман нурын һалған һәм унда фәрештә булып урын алған кешем – ул һөйөклө әсәкәйем.

  Апайым, ағайым һәм һеңлем менән әсәйемдең  моңло тауышлы бишек йырҙарын йырлап йоҡлатыуын, изгелектең һәр ваҡыт яуызлыҡты еңеүе менән генә ҡуйылған әкиәттәрен, халҡыбыҙҙың ынйы өлгөләрен  тыңлай–тыңлай тормош баҫҡыстарынан күтәрелеп оло юлға баҫтыҡ.

    Күгәреп ятҡан  Уралымдай бай, йомарт башҡорт теленең нәфислеген тәү башлап әсәйемдән тойһам, уның тәрәнлеген, бөйөклөгөн аңларға өйрәтеүсе изге күңелле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыма ғүмерем буйы рәхмәтлемен. Кескәйҙәргә булған һөйөү һәм тәүге уҡытыусымдың йөрәгем түрендә ҡалдырған итәғәтле, кешелекле мөнәсәбәте ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға  этәргес көс булды. Һәм  шуға ла  беренсе уҡытыусым һымаҡ мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәйһем килде.

  Даръялай киң  бала күңеленең нескәлектәрен аңламай тороп, нидәйҙер белем йәки тәрбиә биреү – башыңды ташҡа бәреү менән бер. Ул бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәйәсәк. Ошо күркәм һөнәргә илһөйәр, телһөйәр  балаларҙы  ысын күңелдән яратҡан,  улар  менән тығыҙ бәйләнеш тыуҙыра алған, үҙенең эшенә яуапсан ҡараған   кеше генә эйә була алалыр, сөнки ысын уҡытыусы булыр өсөн белемдәр шишмәһе, сабырлыҡ, түҙемлелек, ысын кешелеклелек һәм педегогик оҫталыҡ кәрәк. Баланың буласаҡ профессияһы уҡытыусынан тора, ә уҡытыусы профессияһы кешегә хоҙай тарафынан бүләк ителә, тигәндәре бик тә дөрөҫтөр.

   Хыялым тормошҡа ашты – бөгөн мин балаларға белем бирәм! Был бөйөк һөнәр – кешелек тормошонда мәңге йәшәйәсәк һөнәрҙәрҙең береһе. Мин дәрестәрем аша уҡыусыларымды туған телемдең сихри баҡсаһына алып инәм, туған телемдә һайраған ҡоштарҙың моңдарын тыңларға өйрәтәм, туған телем аша халҡымдың тәрбиә ҡанундарын аңдарына һеңдерергә тырышам.

  Уҡытыусы – белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Белем шишимәһен асыр, наҙанлыҡ ҡараңғылығын таратыр, донъя көтөү юлдарын өйрәтер оло көс, аҡыл эйәһе ул.

   Мин көн һайын үткән һуҡмаҡ – мәктәп менән ғаилә араһын бәйләп торған изге аҡ юл. Ошо юлда дөрөҫ аҙымды күрһәтеүсе беҙ  - уҡытыусылар.

   Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы - ул белем биреүсе генә түгел, баланы тормош ҡанундарын аңларға ярҙам иткән төп тәрбиәсе ул. Әҙәбиәт ул - тормош дәреслеге, быны билдәле педагог Е.Н. Ильин һүҙҙәре лә ҡеүәтләй: «Әҙәбиәт дәресе - ысын мәғәнәһендә, кеше күңеленә йүнәлтелгән берҙән-бер дәрес». Һәр әҫәр, герой яҙмышы йәш быуын вәкилен тормоштағы ҡатмарлы юлдарҙы, ҡырҡа боролоштарҙы имен үтергә өйрәтә, хаталар яһалһа, уларҙы төҙәтеү юлдары булыуына инандыра, үҙе өсөн һығымталар яһарға, фәһем алырға булышлыҡ итә. Дәрес темаһын, маҡсаттарын билдәләгәндә мин «кәрәк», «тейешһегеҙ», «шулай итегеҙ, былай итегеҙ» кеүек һүҙҙәрҙән һаҡланам, «бергәләп асайыҡ», «аңларға тырышайыҡ», «һәр беребеҙҙең фекере мөһим булыуын онотмайыҡ» тигән кеүек үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә йүнәлтелгән тәҡдимдәр яһайым. Минең бурысым - уҡыусыға үҙен танып-белергә, шәхси һәләттәрен асырға, үҫтерергә, баланың булмышынан сығып, теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итеү. Һәр хәлдә, мин балаларҙы ошоға ышандырырға тейешмен. Бала уҡытыусы шәхесен аңламаһа, ҡабул итә алмай, күңелендә уҡытыусыға ҡарата хөрмәт итеү хисе йөрөтмәһә, ул уҡытҡан предметты ла үҙ итә алмай.

  Уҡытыусы – мәҙәниәтебеҙҙең усағы, ул социаль әхлаҡи нормаларҙы теорияла һәм практикала өйрәтә һәм ҡуллана, унан “тормош башлана”. Уҡыусы уҡытыусының ҡылығына ла, һөйләшеүенә лә, кейеменә ҡарап та өлгө ала. Оло йөрәкле уҡытыусының уңыш сере балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында. 1-се класҡа килгән бәләкәс балаларға үҙенең тәүге уҡытыусыһын күреү, уны ошо көндән алып, ғүмерлеккә иҫендә ҡалдырыу – яңы тормошҡа аяҡ баҫҡан уҡыусының киләһе көндәрендә сағылыш табасаҡ. Уҡытыусыны ниндәй итеп күрә, шул образ ғүмере буйы әйҙәп барасаҡ: матур, таҙа, бөхтә итеп кейенгән; яҡшы, йомшаҡ итеп һөйләшә белә, үҙен ипле тота, әсәй һымаҡ аҡыллы ла, бер аҙ моңһоу ҙа күҙҙәре менән һинең йөрәгеңә үтеп инә алды икән, тимәк, уҡытыусы, бала күңелендә белем орлоҡтары сәсә алды тигән һүҙ. Шул көндән башлап был донъяның фән үрҙәренә күтәрелергә килгән уҡыусы, артабанғы 11 йыллыҡ тормошон тик мәктәп менән генә күҙ алдына килтерәсәк, тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға тырышасаҡ.
“Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу” тигән мәҡәлдә әйтелгәнсә, ауырлыҡтар булды һәм әле лә булып тора. Бындай саҡтарҙа  гел йылмайып ҡаршы алған беренсе уҡытыусымды, ҡыңғыраулы онотолмаҫ мәктәп йылдарын, йәшлек хистәренә уралған студент саҡтарымды, күҙгә генә ҡарап торған ике бәләкәс баламды иҫкә төшөрәм дә, үҙемде ҡулға алып, артабан тырышып эшләүемде дауам итәм. В.А.Сухомлинский : “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи  инаныуҙар факелы тоҡандырыусы  осҡон,”–тигән.  Шул осҡондо тоҡандырыу йәһәтенән балала телгә ҡыҙыҡһыныу, өйрәнеү теләге  булдырыу өсөн мин дәрестәремдә  ғәжәпләнеү,  һоҡланыу  тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланам.

   Уҡытыусы заман менән бергә атларға тейеш”, “Уҡытыусы ғүмер буйы уҡый”,- тип әйтәләр. Ысынлап та шулайҙыр: ни өсөн тигәндә, тормош бер генә урында тормай, ул алға бара, 10 йыл элек бирелгән белемдәр менән генә бөгөнгө уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра алмайһың. Компьютер, интернет, проектор, интерактив таҡта һ.б. яңы технологияларҙы ла үҙләштереп, дәресеңдә ҡулланмаһаң, һин бөгөн алдынғы, заман талаптарына ярашлы, белемле уҡытыусы түгел.

     Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү, уҡытыу процесын дөрөҫ ойоштороу – минең педагогик хеҙмәтемдең мөһим бурыстары. Бер төрлө  төҫһөҙ  дәрестәр үткәреп кенә уҡыусыларҙың телгә ыңғай ҡараш та, ҡыҙыҡһыныу ҙа тәрбиәләп булмай.

   Уҡытыусы – һәләтле икән, ул бөтә өлкәләрҙә лә һәләтле була. Шуға ла беҙ бөйөк исем – уҡытыусы исемен йөрөтәбеҙ! Һәр көн эшкә йылмайып килеп, дәрес биргәндә, теләк менән, матур, аңлайышлы, ҡыҙыҡлы итеп һөйләп, балаларыңды ҡыҙыҡһындыра алаһың икән – һин уҡытыусы! Йылдар үткәс, һине иҫкә төшөрөп, тыуған мәктәбеңә килеп, һин сығарған уҡыусыларың хәлдәреңде белеп тора икән – һин уҡытыусы! Үҫеп ғаилә ҡороп балалары булғас, һине маҡтап, мәктәпте данлап, “Уҡыу – иң кәрәге донъяла!”, тип әйтә алған ата – әсәлә һинең ролең бар икән – һин уҡытыусы! Уҡыусыңдың артабанғы тормошонда уҡытыусы һөнәрен һайларлыҡ орлоҡтар сәсә алдың икән – һин уҡытыусы! Тормошта уҡыусыларың матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, кеше итә алдылар икән – һин уҡытыусы!

    Шулай итеп йәш быуынға белем  һәм тәрбиә биреү, уларҙы һаҡлау, лайыҡлы йәшәтеү – уҡытыусыға аманаттай тапшырылған изге бурыс, шуға хыянат итмәйек. Зиһенебеҙҙә булған белемде, күңелебеҙҙәге тәүфиҡ һәм иманды килер быуындарға тейешенсә өйрәтәйек.

Ҙур бәхет  ул  бөтә ғүмереңде

Йәш быуынға биреү, бағышлау.

Илең – халҡың менән бергә атлау,

Тормош ағышынан ҡалышмау.

Илгә лайыҡ улдар,ҡыҙҙар

Тәрбиәләү ниндәй ҡыуаныс?

Уҡытыусы өсөн бынан  да

Бармы икән оло йыуаныс?

Вход на сайт
Часы
Календарь
ПнВтСрЧтПтСбВс
Поиск
Друзья сайта
  • МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РБ
  • МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РФ
  • ИРО РБ
  • Управление образования МР Белебеевский район РБ
  • Администрация муниципального района Белебеевский район
  • Правительство Республики Башкортостан
  • Башкирская гимназия-интернат г. Белебея
  • Я в вконтакте
    Copyright MyCorp © 2024
    uCoz