Суббота, 04.05.2024, 10:26
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Исламова Зүлиә Хәмзә ҡыҙының сайты

Сайт учителя башкирского языка и литературы
Исламовой Зулии Хамзовны
Төп бит | Регистрация | Вход һеҙҙе сәләмләй Гость | RSS
Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Уҡыусылар ижады

Гиманазиям ҡаршы ала

Гимназиям баҡсалары

Гөл сәскәгә күмелгән.

Алһыу ҡояш нурҙары

Тирә-яҡҡа һибелгән.

 

Йәйге каникулдар бөткәс,

Ул беҙҙе ҡаршы ала.

Шундай гимназия булғанға,

Бар балалар шатлана.

Иҙиатуллина Сулпан

 

     Мәктәбем

Мәктәбем ихатаһы,

Гөл-сәскәгә күмелгән.

Алһыу ҡояш нурҙары,

Тирә -яҡҡа һибелгән.

 

Ниндәй матур һәм яҡты

Мәктәбем бүлмәләре!

Ундағы һәр бүлмәгә

Тулған белем серҙәре.

 

Мәктәбем - икенсе йортом,

Белем усағым-мәктәп.

Тормошомдоң тәү  баҫҡысы,

Мең рәхмәт һиңә, рәхмәт.

Миһранова Юлиә

 

Ауылым Сатай

Ҡайҙа ғына барһам да мин

Һағынып ҡайтам һине.

Был донъяла бар ерҙәрҙән

Иң матуры һин  нде.

 

Ауылымды тау уратҡан

Йылғалар күлдәр ҙә бар.

Егет һәм ҡыҙҙары уның

Ғашиҡ булғандары ла бар.

 

Унда ҡоштар һайраша,

Урамда бала уйнаша.

Әбей-һәбей серләшә,

Бабайҙар ҙа ҡатнаша.

 

Яратам һине ауылым.

Халҡым менән ҡыуанам.

Изге кеше булырға,

Мин һеҙҙән өлгө алам.

Шәрифуллина Альбина

Ауылым

Күркәм Ҡасым ауылымды

Бик күптәр яҡшы белмәй.

Һауаһы саф, тауҙарға бай,

Урман-яландар гөлдәй.

 

Күккә ашҡан тауҙары,

Таҙа шишмә, йылғаһы.

Урмандары ағасҡа бай,

Өҙҙөрөп һайрай ҡоштары.

Иҙиәтуллина Сулпан

 

Айыуҙар

Мин урманға барып керҙем,

Унда дүрт айыу күрҙем.

Рәхәтләнеп уйнайҙар,

Һис тә уйнап туймайҙар.

Уларға бик күңелле,

Дүртеһе лә бер төрлө.

 

       Әсәкәйем

 Әсәкәйем йөрәккәйем,

 Тәмле аштар бешереп,

 Йомшаҡ икмәк ашатып,

 Үҫтерәһең һин мине.

Файзуллин Флүр

 

Әсәй

Минең әсәй бигрәк уңған,

Бешерә лә төшөрә.

Ҡамыр баҫа, ҡоймаҡ ҡоя

Ҡыҫтыбыйҙар бешерә.

 

Мәктәптән ҡайтып кереүгә,

Тәмле еҫтәр таралған.

“Ҡыҙым, һылыуым ҡайтты,”-тип

Әсәй миңә ҡыуана.

Ғәниева Динә

 

Саф мөхәббәт

Тәүге тапҡыр һине осраттым мин

Май айының аяҙ көнөндә.

Күкрәп сәсәкә атты күңелемдә

Йөрәгемә керҙе мөхәббәт.

 

Иҫ китерлек матур фиғелеңде,

Һөйөүгә тулған күҙҙәреңде,

Һине осратҡан көнөмдән башлап

Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙым.

 

Ҡарайым да һиңә уйға ҡалам,

Һин бит минең үҙем кеүекһең.

Көҙгөләрҙең ниңә кәрәгең бар?

Көҙгөм бит һин, минең һөйөклөм.

 

Бергә бөтәһен дә үтербеҙ,

Бергә барыһын да түҙербеҙ.

Беҙҙең йөрәктәр бергә булғанда,

Һөйөү усағы һүнмәҫ бер ҡасан да.

Ҡасимова Зилиә

                    Әсәй

Минең әсәй бигрәк матур

Тәмле аштар бешерә.

“Ҡыҙым, минең үҫкәнем,”- тип

Яҡты нурҙарын һибә.

 

Көн дә иртән сәсте тарап,

Теләктәрен ул әйтә.

Минең кескәй йөрәгемде,

Күңелемде иретә.

 

Көҙ килде

Һалҡын көҙ килеп етте,

Ҡоштар ҙа осоп китте.

Япраҡтар ергә төшө,

Бәшмәктәр ерҙә үҫә.

Сәфиуллина Миләүшә

 

Әсәйем

Әсәйемде яратам,

Һәм уға рәхмәт әйтәм.

Уның менән һоҡланам,

Һәр ваҡыт ғорурланам.

Иҙиәтуллина Солпан

 

Әсәйемә оҡшағанмын

Алма алмағастан йыраҡ төшмәй

Мин дә әсәй һинән йыраҡ төшмәнем.

Өйҙә лә бөтә эште эшләйем,

Мәктәптә лә яҡшы уҡыйым.

Һинең күңелеңде күтәрәм,

Һинең менән һәр саҡ һоҡланам.

Серем менән уртаҡлашам,

Яҡшы кәңәштәр алам.

Миһранова Юлиә

У й л а н а м

 Мин мәктәптән ҡайтып       киләм:

Уйланам һәм моңланам…

Яңы йыл киләһен беләм-

Тик ниңәлер юҡһынам.

Ҡар аҫтында йоҡлай үлән-

Йәй көндәрен һағынам.

Ағастар ҙа уйға сумған,

Япраҡтарын юҡһынам.

Һуҡмағыма яуа ҡарҙар…

Ҡалырмы ерҙә эҙем?

Тырышһам изге булырмын,

Тик булһам ине түҙем!

Хыялдарым сәскә атыр:

Әсәйемде тыңлаһам,

Мәктәптә тәртипле булып,

Бик тырышып уҡыһам.

Йәшел үлән… Йәшел шыршы.

Күкрәгендә биҙәктәр;

Йондоҙ-йондоҙ ҡарҙар яуа,

   Уйҙарымда теләктәр…

  Мөхәмәҙиева   Альбина

 

 

Вход на сайт
Часы
Календарь
ПнВтСрЧтПтСбВс
Поиск
Друзья сайта
  • МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РБ
  • МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РФ
  • ИРО РБ
  • Управление образования МР Белебеевский район РБ
  • Администрация муниципального района Белебеевский район
  • Правительство Республики Башкортостан
  • Башкирская гимназия-интернат г. Белебея
  • Я в вконтакте
    Copyright MyCorp © 2024
    uCoz